«Башҡорт теле –әҙәпле тел»

Декабрь 11, 2021 Просмотров: 24
#башкорттелекөнө2021марафон  #деньбашкирскогоязыка2021марафон #деньбашкирскогоязыкавБураевскомрайоне #Бураевскийрайон #МОБУСОШдНовотазларово
#МустайКарим #Сестренка #РадостьНашегоДома Бөгөнгө башҡорт теле көнө «Башҡорт теле –әҙәпле тел»девизы аҫтында үтте. Был көндө беҙәҙәби әҫәрҙәрҙә әхлаҡлылыҡ темаһын яҡтыртҡан ҡитаптар менән таныштыҡ.
Миңә Мостай Кәримден “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесты оҡшаны. Ул бик бәләкәй,  Оксана исемле ҡыҙ тураһында. Ауыр һуғыш йылдарында ул башҡорт ғаиләһендә тәрбиә ала. Оксана башҡа балалар менән дуҫлаша һәм Йәмилдәрҙең өйҙәренең йәменә әйләнә.
Был –ябай телдә яҙылған повесть. Тиҙ һәм еңел уҡыла. Автор әҫәрҙә бик мөһим теманы күтәрә:кешеләрҙе берләштереү, кешелеклелек.
Повесть тормош мәғәнәһе, унда кеше, кешелек, әхлаҡ , ғөмүмән,йәшәйештең мәғәнәһе тураһында.Повесть буйынса төшөрөлгән "Һеңлем" фильмы ла бар . Режиссеры А.Галибин.Фильм Башҡортостанда төшөрөлөүе менән дә әһәмиәтле. Уны рус, украин телдәренә тәржемә иткәндәр.Әҫәрҙә осрашҡан геройҙарымды экранда күреү икеләтә ҡыуаныслы булды.Мин  уны тулыһынсаҡараманым.

8-се класс уҡыусыһы Шәймәрҙәнова Эльза.