“Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2023”

Апрель 20, 2023 Просмотров: 46

Туған тел-ул халыҡтың тере күңеле, һөйләп торған шатлығы, ҡайғыһы, һүҙ хәтере, бөтмәҫ-төкәнмәҫ рух байлығы. Тел-ул халыҡтың тормош тәжрибәһен, аҡылын, хыялын үҙенә йыйған алтын ҡаҙна. Алтын аҡыл, ынйы һүҙҙәр хазинаһы, уға тиң баһа юҡ.

Беҙҙең туған телебеҙ – ул башҡорт теле, ул ата-әсәнең теле, донъяла тәү ишеткән һүҙебеҙ, асылған телебеҙ, рухи моңобоҙ. Ғайса Хөсәйенов: “Минең туған башҡорт телем әсә һөтө менән ҡаныма һеңгән әсә телем – донъяны танытҡан, кешеләр менән аралаштырған, белем, ғилем биргән ғәзиз телем. Шул тел мине киң донъяға алып сыҡҡан,”– тип яҙған.Туған телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған. Ошо яуаплылыҡты бөтә нескәлектәре менән тоя Борай районы Яңы Таҙлар ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең уҡытыусылар коллективы һәм уларҙың тәрбиәләнеүселәре - уҡыусылар. “Бащҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2023” акцияһында ла улар әүҙем ҡатнашты. Диктант яҙырға теләүселәргә мәктәптә өс майҙансыҡ ойошторолдо: башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн, башҡорт телендә иркен аралашыусылар һәм башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн. Акцияла ҡатнашыусыларҙың милли кейемдәрҙә булыуы сараны тағы ла күркәмләтеп ебәрҙе. Мәктәптә байрамса мөһит бөтәһенең дә күңеленә хуш килде. Акцияла ҡатнашыусы һәр кем үҙ теле, үҙ милләте менән ғорурланды. Киләсәктә лә республикаға исем биргән төп халыҡ теленә ихтирам, иғтибар, һөйөү кәмемәһен, телебеҙҙе яратайыҡ, иманлы булайыҡ!